17:49 (UTC+5), 31 Января 2012

Республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды «Урман батыры» конкурсын иғлан итә

Республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды сираттағы «Урман батыры» конкурсын иғлан итә. Сара ҡырағай хайуандарҙы үлтереүҙән һаҡлаусы, браконьерҙарға ҡаршы көрәшеүсе кешеләрҙең эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Конкурс киләһе номинациялар буйынса үткәрелә: «Хеҙмәт ҡушыуы буйынса ҡырағай хайуандарҙы яҡлаусы урмансы, егерь», «Үҙ инициативаһы менән ҡырағай хайуандарҙы яҡлаусы гражданин (граждандар төркөмө)», «Журнал, радио, телевидение редакциялары ҡырағай хайуандарҙы яҡлау, уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә бәйле мәҡәләләр, тапшырыуҙар шәлкеме өсөн», «Гәзит, журнал, радио, телевидение журналисы ҡырағай хайуандарҙы яҡлау буйынса эштәрҙе сағылдырғаны өсөн», «Яҙыусыға «Ҡырағай хайуандар» тематикаһы буйынса иң яҡшы әҙәби әҫәр өсөн».
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ағымдағы йылдың 15 мартына тиклем үтенес ебәрергә кәрәк. Үтенестәр барлыҡ ойошма, предприятие, уҡыу йорттарынан һәм айырым кешеләрҙән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 15, 166-сы абонент йәшниге адресы буйынса ҡабул ителә. «Урман батыры-2011» билдәһен ҡуйыу мотлаҡ.
— Браконьерлыҡ йәнлектәр донъяһына ҙур зыян килтерә, - тине билдәле Өфө яҙыусыһы, күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды рәйесе Камил Йыһаншин. – Бәхеткә күрә, тәбиғәтте һаҡларға теләүсе кешеләр әле бар. Был эш оло ҡаһарманлыҡ, батырсылыҡ талап итә. Урман батырҙарының был эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында әлеге конкурс булдырылды ла инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика