08:05 (UTC+5), 31 Января 2012

Өфөләге Әрмән йәкшәмбе мәктәбе Башҡортостан менән Әрмәнстандың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүен үҫтереүгә булышлыҡ итә

Людмила Терновая
Дөйөм әрмән программалары идаралығы начальнигы Атом Мхитарян һәм БДБ-ның Әрмән ойошмалары идаралығы етәксеһе Андраник Аршакян Өфөләге Әрмән йәкшәмбе мәктәбенә 10 йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнашты.
Атом Мхитарян билдәләүенсә, Өфөләге йәкшәмбе мәктәбе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә урынлашҡан бындай мәктәптәрҙән күпкә айырыла.
— Ойошма ағзаларының финанс һәм әхлаҡи ярҙамы менән эшләп килгән башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, Өфөләге йәкшәмбе мәктәбенә дәүләт үҙе ярҙам күрһәтә, - тип аныҡлыҡ индерҙе ул. – Мәктәп Башҡортостандың дәүләт мәғариф системаһы сиктәрендә эшләй һәм уға дәүләт статусы бирелде. Әлеге ваҡытта уҡыу йортонда 100 бала белем ала. Беҙ Өфөгә сувенирҙар ғына түгел, дәреслектәр, уҡытыу-методик пособиелар ҙа алып килдек.
Атом Мхитарян һүҙҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһына визит дуҫтарса мөнәсәбәттәр, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 9 мең әрмән йәшәй. Атом Мхитарян фекеренсә, ысынында был һан 15 меңгә барып баҫа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика