05:49 (UTC+5), 30 Января 2012

Стәрлетамаҡта полицияның стационар постары булдырылды

Любовь Колоколова
Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа Стәрлетамаҡта полицияның стационар постары ҡуйылды. Былтыр йыл аҙағында ошондай алты пост булдырылһа, тағы шул сама пост ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ.
Стационар пост полиция хеҙмәткәрҙәренә, бүлексәгә барып тормайынса, тәртип боҙолған урындан алыҫ түгел ерҙә протоколдар төҙөргә, шулай уҡ үҙен агрессив тотҡан хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса бикләргә мөмкинлек бирә.
Стәрлетамаҡ хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, стационар постар телефон һәм радиоэлемтә менән йыһазландырыласаҡ. Ошоноң арҡаһында ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһы булған Стәрлетамаҡ урамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлегенең кимәле күтәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика