Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2012, 18:59
Башҡортостанда «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» конкурсы старт алды
Башҡортостан предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүсе йәштәр араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ — 2012» профессиональ оҫталыҡ республика конкурсында 22-35 йәшлек, эш стажы ике йылдан да кәм булмаған гүзәл заттар ҡатнаша ала. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙарға өс этап аша үтергә кәрәк буласаҡ: беренсе этап 19 февралгә тиклем дауам итәсәк. Уны райондың (ҡаланың) йәштәр эштәре буйынса органдары ойоштора.
Икенсе этап сиктәрендә ойоштороу комитетына беренсе турҙа еңеүселәрҙең конкурс материалдары ебәрелә, уларға ҡарап жюри финалсыларҙы билдәләйәсәк.
Финал 15 мартҡа планлаштырыла. Ул Өфөлә үтәсәк.
Жюри составына Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре инәсәк. Улар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың профессионализмын һәм ижади һәләттәрен ике һынау ярҙамында баһалаясаҡ:
1) «Профессиональ ҡарашым» эссеһы: сәләмләү, үҙең хаҡында һөйләү, үҙең эшләгән предприятиены, уның продукцияһын рекламалау;
2) «Оҫта сибәркәй»: музыкаль номер, йыр, бейеү.
Гран-принан тыш, башҡа номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон/факс: 8(347) 251-57-23, 251-57-11, e-mail: ostm@inbox.ru.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
йәштәр
конкурстар
Читайте нас