06:47 (UTC+5), 27 Ғинуар 2012

Өфөлә «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экоакцияһының сираттағы этабы старт алды

Галина Бахшиева
Бөгөн Өфөнөң Дим районында йыл һайын үткәрелеүсе «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһы старт алды. Уны ойоштороусы булып, ғәҙәттәгесә, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай.
— Яңы йылға тиклем бындай акцияны Өфөнөң Октябрь һәм Ленин райондарында үткәрҙек, унда мәктәп уҡыусылары 35 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы. Бөгөн макулатура йыйыу буйынса эстафетаны Дим районының ете дөйөм белем биреү учреждениеһы ҡабул итте. Акция бында киләһе аҙна дауамында барасаҡ, макулатура артынан предприятиебыҙҙың махсус автомобиле – экомобиль киләсәк, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының киләһе этабы 6 февралдә баш ҡаланың Орджоникидзе районында башланасаҡ. Унда райондың 30-лаған мәктәбе ҡатнашасаҡ.
Бынан һуң шундай уҡ сара Өфөнөң Киров, Совет һәм Калинин райондарында үтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән яҙҙа мәктәп уҡыусылары әлеге акция сиктәрендә 100 тонна макулатура йыйҙы, шулай итеп, 500 ағасты һаҡлап ҡалды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика