18:40 (UTC+5), 26 Января 2012

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы йәштәрҙе һайлау тематикаһы буйынса викторинала ҡатнашырға саҡыра

Мәүлиҙә Яҡупова, Марина Шумилова
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау хоҡуғы һәм процесы һорауҙары буйынса викторина тураһында иғлан итә. Ул Рәсәй Президентын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауға бағышлана. Сараны үткәреүҙә өс республика баҫмаһы - «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет» ҡатнаша, викторина һорауҙары тап ошо баҫмаларҙа урынлаштырыласаҡ.
Һорауҙар өс өлөштән тора: «Һайлау хоҡуғы һәм процесы», «Мәсьәлә сисеү», «Һайлау алды программам». Викторина 26 ғинуарҙан 23 февралгә тиклем үткәрелә, 27 февралгә йомғаҡ яһау планлаштырыла.
Викторинала ҡатнашыусылар яуаптарҙы һәм тултырылған анкеталарҙы «Викторина 2012» билдәһе менән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комисияһына 450008, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса 2012 йылдың 17 февраленән дә ҡалмай йәки viktorina_cikrb.ru@mail.ru электрон почтаһына ағымдағы йылдың 23 февраленә тиклем ебәрергә тейеш.
2011 йылдың Дума һайлауҙары алдынан үткәрелгән тәүге бындай викторина йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Бындай конкурстар йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыуға, уларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләй бәйгене ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика