10:14 (UTC+5), 25 Января 2012

Өфөлә өс йыл эсендә балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға ҡыҫҡартыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә өс-дүрт йыл эсендә балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡартыласаҡ. Бындай мөмкинлекте 2012 йылда ҡалала асыласаҡ 12 яңы балалар баҡсаһы бирәсәк. Киләсәктә йәнә шул саҡлы бындай объект төҙөләсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.
Ул шулай уҡ яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөгәндә урындағы властың сит ил тәжрибәһенә таянасағын билдәләне. Европала айырым ашханаһы, спорт блогы, уйын бүлмәләре булмаған бәләкәй балалар баҡсаларын төҙөү тәжрибәһе таралған.
— Шәхси балалар баҡсаларын төҙөү хупланасаҡ. Был өлкәгә килгән бәләкәй һәм урта бизнесҡа ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк, - тип билдәләне Ирек Ялалов.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттар буйынса тәртип булдырыу планлаштырыла. Бөгөн Өфөлә рәсми рәүештә 24 мең кеше бындай сиратта тора.
— Сиратты комплектлау менән проблемалар килеп тыуа, - тип иҫәпләй Ирек Ялалов. – Уның ҡабатланыуын булдырмау зарур. Ҡайһы бер ата-әсәләр биш-алты районда сиратҡа тора. Шуға күрә ысынында нисә сабыйҙың балалар баҡсаһына мохтаж булыуын асыҡларға бурыслыбыҙ. Был бик мөһим һорау, сөнки ул бындай учреждениелар төҙөүгә бүленгән аҡса менән бәйле. Беҙгә нисә урын кәрәклеген белмәһәк, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәрен үҫтереү программаһында хата ебәреүебеҙ ҙә бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика