Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2012, 14:50
Өфөләге аквапарк 2013 йылда төҙөлөп бөтәсәк
Өфөнөң Глумилино биҫтәһендәге аквапарклы ҙур күңел асыу үҙәге төҙөлөшөн 2013 йылдың беренсе ярты йыллығында тамамлау планлаштырылған. Был проектҡа аҡса һалған инвестор шундай вәғәҙә биргән. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был объектҡа ул даими барып йөрөй һәм уның төҙөлөшөн контролдә тота.
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөү планлаштырылған тағы бер аквапаркка килгәндә иһә, Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, инвесторҙың аҡсаһы булмауы сәбәпле, был объект буйынса эштәр туҡтатылған. Уның артабанғы яҙмышы тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән әле.
Ирек Ялалов ҡалалағы ял итеү урындарын үҫтереү перспективалары тураһында ла һөйләне. Өфөлә алдағы ике-өс йылда ҡала парктарын һәм ҡала янындағы урман массивтарын ҙур үҙгәрештәр көтә. Парктарҙа швед сәләмәтлек һуҡмаҡтары барлыҡҡа киләсәк, кешеләр унда махсус рәүештә йыһазландырылған ҡаршылыҡтар аша йөрөйәсәк.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
ял
Читайте нас