Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2012, 15:00

Баш ҡалала экстремаль спорт төрҙәре паркы төҙөлөргә тейеш

Өфөлә экстремаль спорт төрҙәре паркы төҙөләсәк. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Уның фекеренсә, бындай объект йәштәр өсөн кәрәк, махсус йыһазландырылған урын булмауы арҡаһында улар ҡала майҙандарында шөғөлләнергә мәжбүр.
Экстремаль спорт төрҙәре паркы М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ, тип күҙаллана. Парк үҙе лә тулыһынса яңыртыласаҡ. Киләсәктә уны Ағиҙел буйынан үткән тимер юлға тиклем киңәйтеү планлаштырыла. Паркта халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнгән киңлеге туғыҙ метрлыҡ яҡтыртылған саңғы трассаһы буласаҡ. Ә экстремаль спорт төрҙәре паркында бер үк ваҡытта йөҙәрләгән кеше шөғөлләнә аласаҡ.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: