05:33 (UTC+5), 24 Января 2012

«Тикшеренеүсе педагог» һәм «Оҫта уҡытыусы» республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде

Эльмира Сабирова
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты «Тикшеренеүсе педагог» һәм «Оҫта уҡытыусы» һөнәри оҫталыҡ конкурстарына йомғаҡ яһаны. Ике тур һөҙөмтәләре буйынса 28 кеш еңеүсе тип табылды. Улар иҫәбендә Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Межгорье, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Әлшәй, Бәләбәй, Благовар, Борай, Ғафури, Иглин, Илеш, Кушнаренко, Нуриман, Хәйбулла райондарынан уҡытыусылар бар.
Төбәктең Мәғарифты үҫтереү институтынан асыҡлауҙарынса, быйыл конкурс киң географияһы менән генә түгел, етди предметтарҙы йәлеп итеүе менән дә айырылып торҙо: сарала башланғыс кластар, рус, башҡорт, инглиз, немец һәм татар телдәре, математика һәм физика, информатика, химия, тарих, һынлы сәнғәт, музыка һәм технология уҡытыусылары, балалар баҡсаһы логопеды һәм гимназия директоры ҡатнашты.
— Бындай бәйгеләр педагогтар өсөн мөһим һәм файҙалы, - тип иҫәпләй ойоштороусылар. – Конкурстарҙа ҡатнашып, уҡытыусы үҙенең, хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен анализлай һәм дөйөмләштерә, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен ҡуллана, уҡытыу мөмкинлектәрен, технологияһын өйрәнә, авторлыҡ программаларын һәм уҡытыу-методик комплекстар әҙерләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика