13:00 (UTC+5), 24 Января 2012

Рөстәм Хәмитов «Спортивное вещание» ойошмаһы етәксеһе Василий Кикнадзе менән осрашты

Сергей Захаров
24 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Спортивное вещание» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе менән осрашты. Төбәк башлығы телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе менән республикала телетапшырыуҙың цифрлы форматҡа күсеү һәм Башҡортостан ҡабул итәсәк ҙур халыҡ-ара ярыштарҙы телевидение аша күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың 26 декабрендә Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башланасағын иҫкә төшөрҙө.
— Был ҙур, яуаплы ярыш. Уны донъяның күп илдәренә телевидение аша күрһәтергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Бынан тыш 2013 йылдың февраль аҙағында Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары үткәреләсәк.
— Был Уйындар Олимпия уйындары комитеты ҡарамағында. Яңыраҡ Австрияла үҫмерҙәр араһында ҡышҡы уйындар тамамланды, ә был балалар ярыштары, йәғни 8 спорт төрө буйынса 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, донъяның 20-25 иленән 800-гә яҡын ҡатнашыусы буласаҡ. Шулай уҡ яҡынса 200 спортсы Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Быны ла күрһәтергә кәрәк, һәм беҙ һеҙҙән ярҙам һорарға теләр инек, - тип ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов.
Президент шулай уҡ Өфөнөң Бөтә донъя Уйындарын үткәреүгә дәғүә итәсәген хәбәр итте. «Был Олимпия уйындарының аналогы, тик Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса. Йәмғеһе 35 бындай спорт төрө бар», тине төбәк башлығы.
— Алыҫ киләсәккә өҫтөнлөктәр билдәләргә, быларҙың барыһы ла нисек үтәсәге хаҡында алдан уҡ уйларға теләр инек, ваҡыт тиҙ үтә. Һигеҙ меңгә яҡын ҡатнашыусы, 30-35 спорт төрө көтөлә, был ҡышҡы Олимпия уйындарына ҡарағанда ҙурыраҡ, йәйге Олимпиада менән сағыштырмаса – бәләкәйерәк. Быйыл беҙҙә биатлон буйынса йәйге донъя чемпионаты үтәсәк, бында ла шулай уҡ «һүрәт» кәрәк, телевидение, киң коммуникациялар йәһәтенән был өлкәлә профессиональ эшләү зарур. Шуға күрә тәҡдимебеҙ ябай – һеҙҙең менән бергә эшләү, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек форматына сығыу, - тип билдәләне республика башлығы.
Василий Кикнадзе Рөстәм Хәмитовҡа был тәҡдим өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Беҙҙе Сочиҙағы Олимпия уйындарының милли сигналын булдырыу өсөн ойошторҙолар. Йыш ҡына телевизор аша комментаторҙарыбыҙҙың зарланыуын ишетергә тура килә: мәҫәлән, беҙҙең спортсылар әлеге ваҡытта үтә мөһим позицияла булһа, миҫал итеп биатлон ваҡытындағы атыуҙы алайыҡ, беҙҙең режиссерҙар бригадаһы беҙгә башҡа ил спортсыларын күрһәтә, - тине «Спортивное вещание» етәксеһе.
— Сочиҙа беҙҙең бурыс – бындай хәлде булдырмау. Йәғни был ҙур комплекс теләгән ваҡытта теләгән спортсыны күрһәтә алыу өсөн булдырылды. Берәүҙән дә ярҙам һорарға кәрәкмәй, барыһын да үҙебеҙ башҡарасаҡбыҙ, - тине Василий Кикнадзе.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика