07:19 (UTC+5), 23 Января 2012

«ВКонтакте» социаль селтәрендә Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө булдырылды

Дарья Святохина
«ВКонтакте» социаль селтәрендә яңы берләшмә - «Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө» булдырылды. Уны ойоштороусылар булып «Ижтимағи электрон гәзит»тең йәмәғәт юрисы Гүзәл Иҫәнғолова һәм әүҙем блогер, «Ижтимағи электрон гәзит»тә баҫылған мәҡәләләр авторы Олег Гайсин сығыш яһаны.
— Билдәле булыуынса, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың эшмәкәрлеге халыҡтың киң ҡатламдарында яҡлау таба. Кешеләргә яңыраҡ булдырылған властың асыҡлығы һәм республикала үҫештең социаль өҫтөнлөктәренә иғтибар бүленеүе оҡшай. Йәштәрҙе сәйәси темаларға йәлеп итеү, Президент курсы яҡлыларҙы берләштереү төркөмдөң төп маҡсаты булып тора, - тип аңлатты Гүзәл Иҫәнғолова. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙең берләшмә - фекер алышыу маҙансығы ла, унда ҡатнашыусылар иң киҫкен һәм көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшә.
Гүзәлдең әйтеүе буйынса, төркөм бер нисә көн элек кенә булдырылыуға ҡарамаҫтан, унда төрлө партияларҙан вәкилдәр теркәлгән дә инде. Берләшмәлә төбәктә барған ваҡиғаларҙы конструктив тәнҡит аша үткәреү, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индереү хуплана. «Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө» теләгән һәр кем өсөн асыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика