06:42 (UTC+5), 23 Ғинуар 2012

Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен 44 яңы камера тикшерә

Ольга Мортазина | фото: ЮХХДИ
Өфөлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе автоматлаштырылған үҙәк эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында. Бында ҡала юлдарында ҡуйылған видеокамераларҙан килгән мәғлүмәттәр эшкәртелә. Салауат Юлаев проспектының СССР-ҙың 50 йыллығы, Сәғит Агиш, Баҡалы, Октябрь революцияһы урамдары менән киҫелешендә ҡырҡҡа яҡын яңы ҡоролма ҡуйылған. Видеокамералар юл һыҙаттары өҫтөндә тора. Ошондай уҡ комплект Ырымбур трактындағы «Метро» сауҙа комплексы янында ла ҡуйылған.
С.Агиш урамындағы тубдиспансер эргәһендә һәм Сипайлово урамындағы 6-сы Өфө автотранспорт предприятиеһы янында юл ситен төшөрөүсе видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйылған.
— Былтыр фиксация зоналарында ауыр эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәне. Комплекстар 2008 йылдан файҙаланыла, һәм анализдан күренеүенсә, тиҙлекте арттырыуға бәйле ҡағиҙә боҙоуҙар әкренләп кәмей, — тип аңлатма бирҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә бер автоматик фиксация комплексы 150-нән 800-гә тиклем ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлай. Водителдәр башлыса тейешле тиҙлекте сәғәтенә 10-20 километрға арттыра. Уҙған йыл эсендә фотоматериалдар буйынса Үҙәк хеҙмәткәрҙәре 34 миллион һум суммаға 127 мең штраф һалған.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика