Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2012, 13:16
Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй
Волга буйы федераль округындағы ҡайһы бер төбәктәрҙә аномаль һыуыҡ һауа торошо урынлашты. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә тәүлегенә уртаса температура норманан 7-12 градусҡа түбән. Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә — 7 һәм унан күберәккә түбән.
Башҡортостанда температураға бәйле аномалиялар күҙәтелмәй. Синоптиктар билдәләүенсә, төбәктә яҡын арала киҫкен һыуытыуы көтөлмәй. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала төнөн республикала – минус 20- 25 градус, көндөҙ минус 11-13 градус буласаҡ. Башҡортостанда көндәрҙең аҙна дауамында аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
һауа торошо
Читайте нас