05:09 (UTC+5), 20 Ғинуар 2012

Күмертауҙың «Контраст» бейеү ансамбле ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яуланы

Марина Шумилова
Күмертау балалар хореография мәктәбенең «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында «Халыҡ бейеүе» номинацияһында Гран-при алды.
Күмертауҙың йәш бейеүселәренең был «Европа өмөттәре» фестивалендә беренсе генә еңеүе түгел. 2011 йылдың ғинуарында «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивалдә үҙенең йәштәгеләре төркөмөндә (15-18 йәш) почетлы беренсе урын алды, рус халыҡ бейеүҙәре традицияһын һаҡлағаны өсөн диплом менән бүләкләнде һәм Мәхмүт Эсамбаевтың гәлсәр кубогы менән бүләкләнде. Быйыл балалар конкурста ҡатнашыуҙан тыш, фестиваль-конкурстың ойоштороу комитеты составына ла инде.
Был абруйлы ижади конкурста Күмертауҙың йәш бейеүселәре генә түгел, йәш рәссамдары ла ҡатнашты. Күмертауҙың Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары «Декоратив-ҡулланма сәнғәт» номинацияһында үҙенең ижади эштәрен тәҡдим итте. Уларҙың эштәре юғары баһаға лайыҡ булды: Анна Котельникова «Декоратив–ҡулланма сәнғәт» номинацияһында – I урын, Ильмира Аллағолова – II урын, Антон Савинов III урын алды. Сәнғәт мәктәбенең башҡа уҡыусылары ла дипломдар менән билдәләнде.
Дөйөм алғанда балалар һәм үҫмерҙәр ижадының ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән ике меңдән ашыу бала ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика