12:16 (UTC+5), 19 Ғинуар 2012

Рөстәм Хәмитов Милли медицина палатаһы башлығы Леонид Рошаль менән осрашты

18 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Милли медицина палатаһы башлығы Леонид Рошаль менән осрашты.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә барышында яҡтар, илдә гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне. Леонид Рошаль медицина хеҙмәттәрен сифатлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән норматив акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша алырлыҡ структура төҙөү яҡлы булыуын билдәләне. Профессор фекеренсә, Медицина палатаһы бындай структура ролен башҡара алыр ине.
— Сит илдәрҙә һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары профессиональ эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. Уларҙың ҡулында – аттестаттар, сертификаттар, финанстар, идеология структуралары. Ә ҡалған эш менән профессиональ ассоциациялар мәшғүл. Бөтә илдәрҙә лә улар берҙәм. Германияла – Медицина палатаһы, Америкала – Ассоциациялар. Барлыҡ был өлкәләр менән улар эш итә. Германияла, мәҫәлән, һәр табиб мотлаҡ Медицина палатаһы ағзаһы булырға тейеш. Әммә әгәр ҙә ул этик нормаларҙы боҙа икән, уны ойошманан сығаралар, һәм ул профессиональ эшмәкәрлек менән башҡа шөғөлләнергә тейеш түгел, - тине билдәле балалар хирургы.
Рөстәм Хәмитов Леонид Рошальдың Башҡортостанда Төбәк медицина палатаһын булдырыу буйынса тәҡдимен хупланы.
— Был дөрөҫ тәҡдим. Мин судъялар берләшмәһе менән сағыштырам. Уларҙа Коллегия бар. Ҡайһы бер судъяларҙың был исемгә, бәлки, лайыҡ булмауын беләбеҙ. Ошоға бәйле Коллегия үҙенә күрә һайлап алыу үткәрә. Һәм бының менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы түгел, ә һеҙ әйткән профессионалдар ойошмаһы шөғөлләнергә тейеш. Был бик аҡыллы фекер, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика