12:09 (UTC+5), 19 Января 2012

«Халыҡ университеты» программаһын финанслау һиҙелерлек артасаҡ

Галина Бахшиева
«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһын финанслауҙы дүрт тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Шулай итеп, әгәр 2011 йылда уны тормошҡа ашырыуға ике миллион һум бүленһә, киләһе йылдарҙа бүленәсәк средстволар күләме һигеҙ миллион һумға етергә тейеш.
Финанслау күләмен арттырыу иҫәбенә белем биреүҙең яңы йүнәлештәре булдырыласаҡ. Әлеге көндә иһә дүрт йүнәлеш бар. Былар инглиз телен һәм компьютерҙа эшләргә өйрәнеү, ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен, шулай уҡ шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен һәм метологияһын өйрәнеү.
«Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы буйынса 15 мең кешене уҡытыу планлаштырыла. Шул уҡ мәлдә былтыр 16200-ҙән ашыу кеше белем алған. Әйткәндәй, халыҡ университетында уҡырға теләгән кешеләрҙән 2011 йылда 20500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Шуға күрә былтыр уҡып өлгөрмәгән пенсионерҙар 2012 йылда парта артына ултырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика