07:24 (UTC+5), 18 Января 2012

2011 йылда республикала Ирәмәл тауына 20 меңгә яҡын кеше күтәрелгән

Галина Бахшиева
2011 йылда 20 меңгә яҡын кеше «Ирәмәл» тәбиғәт паркында булған. Бындай мәғлүмәттәрҙе «Башинформ» агентлығына тәбиғәт паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев хәбәр итте.
2010 йылда иһә, урындағы халыҡ мәғлүмәттәре буйынса, туристар һаны 30 мең кешегә еткән. Бының дөрөҫ булыу-булмауын әле әйтеүе ауыр. Сөнки туристарҙы рәсми рәүештә теркәү үткән йылдан башлап, Ирәмәлгә тәбиғәт паркы статусы бирелгәндән алып, ойошторола башланы.
— Ирәмәлгә килеүселәрҙе рәсми рәүештә иҫәпкә алыу 2011 йылда тәүгә үткәрелде. Иң күп туристар Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан тауға күтәрелгән. Улар паркка килеүселәрҙең өстән ике өлөшөн тәшкил итә. Үткән йылдың июль-август айҙарында тауға менергә теләүсе туристар һаны ял көндәрендә 300 кешегә, ә ҡайһы саҡта хатта 400-гә барып етте, - тине Илсаф Ғәбдиев.
Яңы йыл байрамдарына килгәндә, 10 көн эсендә Ирәмәлгә дөйөм алғанда 150 турист күтәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика