Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2012, 13:37
Республикала сыуаш халыҡ байрамы билдәләнде
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Һыуыҡшишмә ауылында «Сурхури» сыуаш халыҡ байрамы билдәләнде. Сара «Һыуыҡшишмә» тарихи-мәҙәни үҙәк менән ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонан.
Байрамда үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген ауыл хужалығына бағышлаған хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. «Шевле» фольклор коллективы улар өсөн сыуаштарҙың Сурхури йолаһын күрһәтте. Сара барышында шулай уҡ милли мәҙәниәт мәсьәләләре тикшерелде.
Сурхури – сыуаштарҙың боронғо байрамы. Баштан алып ул ҡышҡы ҡояш торошо ваҡытында, көн оҙоная башлағанда, бер аҙна дауамында билдәләнгән. Артабан байрам Раштыуанан алып Крещениеға тиклем билдәләнә башлаған. Сурхури ваҡытында яңы йылда хужалыҡта мул уңыштар булһын, халыҡ имен йәшәһен өсөн төрлө йолалар үткәрелгән.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
милли сәйәсәт
байрамдар
Читайте нас: