Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2012, 19:00

Лилиә Ғүмәрова: «Халыҡ штабы йәмғиәттең төрлө ҡатлам вәкилдәренең фекерҙәрен туплау өсөн булдырылды»

— Халыҡ штабы булдырылғандан алып республикала йәмғиәттең төрлө ҡатлам вәкилдәренең фекерҙәрен туплауға йүнәлтелгән айырым бер майҙансыҡ барлыҡҡа килде, - тип иҫәпләй республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Штабтың тәүге ултырышында уның ағзалары төбәктә йәшәүсе барлыҡ халыҡ өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Геннадий Родионов ижади интеллигенция проблемаларын күтәрҙе. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы идараһы ағзаһы Айһылыу Юнысова Башҡортостандың ғилми берләшмәһенә хас проблемаларға иғтибарын йүнәлтте. Халыҡ штабы вәкилдәре төрлө йәмәғәт ойошмалары һәм структуралары исеменән сығыш яһай. Шулай итеп, төрлө характерҙағы мәсьәләләр тикшерелә.
— Халыҡ штабы программа документтарын әҙерләү өсөн майҙансыҡ була ала, - тип билдәләне республика парламенты вице-спикеры. – Тәҡдим ителгән идеялар программаларҙа һәм проекттарҙа сағылыш таба ала, һуңғылары, үҙ сиратында, республика һәм ил етәкселегенең эшмәкәрлек нигеҙен тәшкил итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Халыҡ штабы булдырылды. Уның составына 21 кеше инде, улар иҫәбендә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла бар.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: