06:08 (UTC+5), 17 Января 2012

Киҫкен вируслы респиратор инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 47 процентҡа артты

Ғәлиә Нәбиева
Ғинуарҙың икенсе аҙнаһында Башҡортостанда киҫкен вируслы респиратор инфекция менән 10 921 кеше ауырый башлаған. Сир йоҡторғандарҙың 70 проценты - 14 йәшкә тиклемге балалар, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 47 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткестән 37,9 процентҡа түбән булып ҡала. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.
Республиканың баш ҡалаһында бер аҙнала вируслы инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 2,4 процентҡа артҡан. Шул уҡ мәлдә эпидемиологтар 3-6 һәм 7-14 йәштәгеләр араһында вируслы инфекция менән ауырыу кимәленең 6,7 һәм 48,8 процентҡа кәмеүен билдәләй. Өфөлә киҫкен вируслы респиратор инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 56,6 процентҡа түбән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика