06:09 (UTC+5), 17 Января 2012

Күгәрсен районы кешеһе алты йәшлек ҡыҙҙы көсләгәне һәм үлтергәне өсөн хөкөм ителде

Ольга Мортазина
Республиканың юғары суды Күгәрсен районының Бикҡужа ауылынан 21 йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарҙы. Былтыр 19 августа уның күршеләре кинйә ҡыҙҙарының тыуған көнөн билдәләй, уға алты йәш тула. Һуңыраҡ бала урамға уйнарға сыға. Бер нисә сәғәттән һуң ҡыҙҙары ҡайтмағас, ата-әсәһе һәм ҡунаҡтар уны эҙләргә сыға, әммә бөтә ауылды урап сыҡһалар ҙа, баланы тапмайҙар. Иртән ҡыҙҙың әсәһе уның юғалыуы тураһында полицияға хәбәр итә. Сабыйҙы тиҙ арала табалар. Өҫтөнә еңелсә тупраҡ һибелгән һәм ботаҡтар менән ҡапланған, көсләнгән баланың мәйете Ағиҙел буйынан табыла. Бала быуып үлтерелгән була.
Сабый үлгән ваҡытта ауылдан китеп юғалған күршегә шик төшә. Егетте район үҙәге Мораҡта, туғандарында йәшеренгән еренән, ҡулға алалар.
— Ғәйепләнеүсе бәлиғ булмаған балаға ҡарата эшләгән ҡылығын таныны һәм үкенде. Дүшәмбе көндө суд уны йыл ярымға иркен сикләү менән бергә 21 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатыу тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика