Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2012, 12:57

Өфө халҡы казинола йөҙәр мең аҡсаһын ҡалдырған

Өфөлә Иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре сираттағы йәшерен казиноны япты. Покер клубы бер ай самаһы элек баш ҡаланың Киров районындағы күмәртә базаһы биләмәһендә асылған. Сауҙа ангарҙарының береһендә ойоштороусылар ике покер өҫтәле ҡуйған. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәндә залда унға яҡын кеше булған.
Ойоштороусылар менән алып барылған дәфтәрҙәге яҙыуҙарға ҡарағанда, уйын йортонда ставкалар йөҙөшәр меңгә еткән. Әле уйын бинаһына арест һалынған, полиция хеҙмәткәрҙәре йәшерен казиноны ойоштороусыларҙы асыҡлай, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: