18:13 (UTC+5), 16 Января 2012

700-гә яҡын халыҡ-ара күҙәтеүсе Рәсәйҙә үтәсәк Президент һайлауҙарына саҡырылды

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы 700-гә яҡын халыҡ-ара күҙәтеүсене Рәсәйҙә март айында үтәсәк Президент һайлауҙарына саҡырҙы, был 2008 йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә РИА Новости.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һүҙҙәренсә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы дөйөм алғанда 698 халыҡ-ара һайлаусыны саҡырған. Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһынан – 200 кеше, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең халыҡ-ара Парламент ассамблеяһы һәм Белоруссия һәм Рәсәй союзының Парламент йыйылышынан 200 кеше буласаҡ. 100 күҙәтеүсе – Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Европа Советының Парламент ассамблеяһынан, 40 кеше - Европа Советының Парламент ассамблеяһынан, 30 күҙәтеүсе – Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһынан, алты кеше Төньяҡ советтан буласаҡ. Йәнә дүрт күҙәтеүсе Рәсәйгә - Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһынан, 50 күҙәтеүсе – эксперттар берләшмәһенән һәм 68 кеше сит ил партнерлыҡ һайлау комиссияһынан киләсәк.
2008 йылда үткән Президент һайлауҙарына Рәсәйгә 361 халыҡ-ара күҙәтеүсе килгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика