17:25 (UTC+5), 12 Января 2012

Рәсәй матбуғаты көнө алдынан Өфөлә конференция үтте

Әлфиә Шәрәфетдинова
Баҫма матбуғатҡа яҙылыу һәм уны таратыуҙан алынған килемдәр 2011 йылда кәмегән, әммә реклама баҙарының артыуы иҫәбенә был хәл көйләнгән. Был хаҡта бөгөн Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата үткәрелгән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов хәбәр итте. Был һөнәри байрам йыл һайын 13 ғинуарҙа билдәләнә. Конференцияла гәзит һәм журналдарға айырыуса иғтибар бүленде. Һуңғы йылдарҙа уларҙың тиражы кәмей. Был бөтә Рәсәйгә хас тенденцияға әүерелгән.
Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағында 100-ҙән ашыу дәүләт киң мәғлүмәт сараһы иҫәпләнә. Заман талаптарына ярашлы һәр баҫманың электрон версияһы бар.
— Баҫма һәм электрон матбуғат йәнәшә эшләргә тейеш, - тип билдәләне «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльза Хорева. – Беҙҙең гәзиткә килгәндә, баҫма версияның ҡайҙа тамамланып, электрон версияның ҡайҙа башланыуын әйтеүе ҡыйын – улар бер-береһен тулыландыра.
— Электрон һәм баҫма матбуғат араһында бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы күрмәйем, - тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев. – Баҫма матбуғатҡа беҙ конкурент түгел, беҙ уларҙың партнерҙары һәм ярҙамсылары.
Үҙ сиратында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков бөгөнгө көндә ойошмала яҡынса 1350 кеше – бөтә төр киң мәғлүмәт саралары вәкиле булыуын билдәләне.
— Башҡортостан журналистары ойошмаһы – илдәге иң ҙур ойошмаларҙың береһе, - тип билдәләне Артур Дәүләтбәков. – Республикалағы барлыҡ журналистарҙы туплау беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика