06:22 (UTC+5), 12 Января 2012

Өфөлә социаль фотография конкурсы иғлан ителде

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә социаль фотография конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостан митрополияһы, «Яңырыу» йәштәр ижады үҙәге, йәмәғәт ойошмалары сығыш яһай. Проектҡа БР Рәссамдар ойошмаһы һәм «Каруанһарай» комплексының Үҙәк художество галереяһы ярҙам итә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан митрополияһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс ауыр томош хәлендә ҡалған кешеләрҙең проблемаларына иғтибар йәлеп итеү һәм бер үк ваҡытта ҡыйбатлы дарыуҙар менән дауаланыуға мохтаж инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрелә.
Йәше һәм ниндәй дин тотоуы буйынса сикләүҙәр юҡ, конкурста теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурсҡа төҫлө, шулай уҡ аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр ҙә ҡабул ителә. Шул уҡ мәлдә улар мотлаҡ «Инвалид балалар», «Өйһөҙҙәр», «Етемдәр», «Стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күреүселәр», «Ауыр хәлдә ҡалыусылар» кеүек биш темаға арналған булырға тейеш. Фоторәсемдәр 29 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
Һуңынан конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы фотоһүрәттәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ. Конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Күргәҙмә ваҡытында шулай уҡ хәйер йыйыу һәм хәйриә йәрминкәһе ойошторола. Сара дауамында йыйылған аҡса тулыһынса инвалид балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика