07:24 (UTC+5), 11 Ғинуар 2012

Башҡортостанда дүрт тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде

Галина Бахшиева
Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡыларының иҫәбе артты. Уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлап ҡалыу һәм рекреацион ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында дүрт тәбиғәт объекты һәм комплексы – республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ә улар биләгән территориялар айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тип иғлан ителде. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2011 йылдың 30 декабрендә ҡул ҡуйылды.
— Тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә Ғафури районындағы мәмерйәләр, Мәләүез районындағы Ҡарағайлыҡ үҙәне һәм райондың Озерки ауылы эргәһендәге Ҡарағайлыҡ, шулай уҡ Нуриман районындағы Билгеләр күле һәм һаҙлығы индерелде, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләрен һаҡлау режимы булдырылды.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән асыҡлауҙарынса, документ әлеге тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлаясаҡ ойошмаларҙы билдәләй. Ҡарарға ярашлы, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дәүләт кадастрына төҙәтмәләр индерергә, шулай уҡ тәбиғәт объекттарына һәм комплекстарына паспорт юлларға ҡушылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика