15:23 (UTC+5), 10 Января 2012

Баш ҡалала йәнә «Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге эшләй башланы

Тимур Рәхмәтуллин
Наркотиктарға һәм алкоголизмға бәйлелектән ҡотҡарыусы «Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге Өфөлә йәнә үҙ эшен дауам итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙәк етәксеһе Нурмөхәмәт Нуриев хәбәр итте.
Үҙәк асылғандан алып (2009 йыл) унда 150-гә яҡын кеше наркотиктарға һәм алкоголизмға бәйлелектән ҡотҡарылған. Әммә 2011 йылдың көҙөндә үҙәк үҙ эшен туҡтатырға мәжбүр булған.
Нурмөхәмәт Нуриев һүҙҙәренсә, элекке наркомандар - йыл эсендә, ә алкоголизм тырнағына эләккән кешеләр ярты йыл эсендә үҙәктә реабилитация үтә. Ярҙам һорап бында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан ғына түгел, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстандан, Силәбе, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Төньяҡ Кавказ республикаларынан да киләләр.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре алкоголь һәм наркотик матдәләрҙе тыйыусы исламға һәм кешеләр араһында йылы мөнәсәбәттәргә нигеҙләнеп эш итә. Үҙәк реабилитанттарҙы медицина дауалауы курсын үткәндән һуң ғына ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика