09:56 (UTC+5), 30 Декабря 2011

Яңы йыл байрамдарында егерҙар браконьерҙарға ҡаршы рейдтарға сығасаҡ

Әлим Фәйезов
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда һунарсылыҡ ҡануниәтен күҙәтеү буйынса көн һайын рейдтар ойоштороласаҡ.
Күп йәнлектәргә һунар итеү миҙгеле 31 декабрҙә тамамлана. Яңы йыл байрамдарында тояҡлылар иҫәбенән йәш ҡабандарға ғына һунар итергә мөмкин, уныһы ла даими һунарсыларға беркетелгән һунарсылыҡ биләмәләрендә. 2012 йылдың 29 февраленә тиклем төлкөләргә, ҡуяндарға, бүрегә, урман этенә һәм тағы бер нисә затлы тиреле йәнлектәргә генә һунар дауам ителәсәк.
Закон сигендә эш иткән һунарсылар менән бергә байрамдарҙа браконьерҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә башлай. Һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймаҫ өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә лә, байрамда ла эшкә сығасаҡ. Рейдтар бөтә республика территорияһында ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығынан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика