Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
15+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2011, 19:36

Өфөлә ике кеше автоаварияла һәләк булған

Өфөнөң Дим районындағы юл-транспорт һәләкәтендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Төнгө өсөнсө яртыла 22 йәшлек егет «ВАЗ» машинаһында Дим йылғаһындағы күпер яғынан килә. Ни бары дүрт айлыҡ ҡына тәжрибәһе булған водитель идара итеүҙе юғалта. Автомобиль юлдан төшөп, электр линияһы үткән бағанаға бәрелә. Ҙур көс менән бәрелеүе арҡаһында авто хатта ҡап уртаға бүленеп сыҡҡан. Водитель һәм уның 20 йәшлек пассажиры тиҙ ярҙам бригадаһы килгәнсе һәләк булған. Һәләкәт сәбәптәрен Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығында.
Автор:Ольга Муртазина | фото: ЮХХДИ
Читайте нас: