Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2011, 19:12

«Башинформ» сайтында – быйылғы йылдағы иң сағыу фотофакттар

2011 йылдағы иң сағыу фотофакттарҙы, фотохәбәрселәребеҙ фекеренсә быйыл Башҡортостанда булып үткән иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы сағылдырған фотоһүрәттәрҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
2011 йылдағы иң сағыу10 фотофактҡа түбәндәге кадрҙар инде.
22 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс Башҡортостан Республикаһында нанотехнологиялар һәм наноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмә «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте делегацияһы, төбәктең закондар сығарыу һәм башҡарма власы, эшлекле даирәләре һәм фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында Конгресс-холда үтте.
18 майҙа Өфөлә 2010-2011 йыл миҙгелендәге Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында еңгән «Салауат Юлаев» клубы уйынсыларын алтын миҙалдар менән бүләкләү тантанаһы үтте.
26 майҙа Иглин районының Урман ауылында, Рәсәй Оборона министрлығының 99-сы арсеналы территорияһындағы келәт биналарында боеприпастар шартланы. Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүгә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан, һәләкәттәр медицинаһынан меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде, янғын һүндереү поездары, авиация техникаһы, хәрби һәм граждандар тәғәйенләнешендәге автотранспорт саралары файҙаланылды. Оператив штаб көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Урман ауылының һәм хәүефле зонала урынлашҡан башҡа тораҡ пункттарҙың халҡы эвакуацияланды.
27-28 майҙа Донъя лигаһы сиктәрендә «Өфө-Арена» спорткомплексында Рәсәй һәм Японияның йыйылма командалары ҡатнашлығында ике старт уйыны үтте. Рәсәйҙең волейбол буйынса йыйылма командаһы 2011 йыл миҙгелендәге Донъя лигаһы сиктәрендә үткән турнирҙағы ике уйында ла еңеп сыҡты.
1 июндә Өфөлә балалар өсөн Беренсе канал «йондоҙҙары» ҡатнашлығында «Беренсе бул!» байрамы үтте. Байрам программаһы Беренсе каналдың ошондай уҡ исемдәге хәйриә акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. «Өфө-Арена»ла үткән өс сәғәтлек концертҡа ике мең самаһы кеше — күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр, инвалидтар һәм уларҙың уҡытыусылары, батырлыҡ күрһәткән балалар, шулай уҡ ижади коллективтарҙа ҡатнашыусылар саҡырылды. Башҡортостандың баш ҡалаһына йәш өфөлөләрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотларға популяр алып барыусылар Лариса Вербицкая, Екатерина Стриженова, Петр Толстой, Андрей Бахметьев һәм башҡалар килде. Бынан тыш актриса Нонна Гришаева, Анита Цой, Юлия Ковальчук, Анастасия Макеева, Юлия Михальчик, Жасмин, Зара, «Тутси» төркөмө, Стас Соколовский, Виктория Дайнеко, Алексей Чумаков, Игорь Демарин балаларҙы үҙенең хиттары менән ҡыуандырҙы.
3-4 сентябрҙә Өфөлә беренсе Бөтә Рәсәй «Һөт иле — 2011» һөт фестивале үткәрелде. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко һәм Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко ҡатнашты.
15 ноябрҙә Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 550 делегат килде. Улар - Рәсәй субъекттарының министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, илдең фәнни берләшмәһе вәкилдәре һәм тәү сиратта әсәләр. Делегаттар ғаилә, әсәләр һәм балалар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлауға ҡағылышлы бер нисә мөһим теманы тикшерҙе, дәүләт, бизнес һәм киң мәғлүмәт сараларының бында ниндәй роль уйнарға тейешлеген билдәләне. Форумда ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
19 ноябрҙә Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев килде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә дәүләт башлығы Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булды, төбәк киң мәғлүмәт сараларының мөхәррирҙәре менән осрашты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратында мосломан лидерҙары менән осрашыу үткәрҙе. Өфөгә эш сәфәренең аҙағында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, республикалағы һаулыҡ һаҡлау системаһы торошон тикшерҙе. Дмитрий Медведев быйыл Башҡортостанға ике тапҡыр килде. Февраль айында ул Өфөлә Дәүләт советы президиумының Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу сараларына арналған ултырышын үткәргәйне.
27 ноябрҙә Мәскәүҙәге Дәүләт Кремль һарайында «Тыумышы менән Башҡортостандан» тип аталған концерт үтте. Был күләмле мәҙәни акция сиктәрендә Башҡортостандың иң яҡшы эстрада артистары һәм ижади коллективтары, шулай уҡ беҙҙең республикала тыуып үҫкән Рәсәй күләмендәге киң билдәле «йондоҙҙар» сәхнәгә сыҡты. Кисәгә килгәндәрҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң яҡшы бейеүселәре, күренекле йырсылар Фидан Ғафаров, Әлфиә Афзалова, Иҙрис Ғәзиев, Алһыу, гимнастка Ләйсән Үтәшева һәм башҡалар Мәскәү халҡына үҙенең оҫталығын күрһәтте. Йырҙар рус һәм башҡорт телендә яңғыраны. Концерт сиктәрендә йәнә «Мәрхәмәт» хәйриә фондының презентацияһы ла ойошторолдо.
Быйыл Өфөгә, ниһайәт, Юрий Шевчук килде. 8 декабрҙә ул «ДДТ» төркөмө менән «Өфө-Арена»ла сығыш яһаны, яңы альбомын һәм программаһын тәҡдим итте. Ә 10 декабрҙә Йәштәр һарайында уның яңғыҙ башҡарылған акустик концерты үтте. Концерттар араһында Юрий Шевчук журналистар менән осрашырға ваҡыт тапты, ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Автор:Алик Шакиров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: