07:42 (UTC+5), 29 Декабря 2011

Башҡортостанда йәшәүсе тажиктар диаспораһы уҙған йылға йомғаҡ яһаны

Тимур Рәхмәтуллин
Көн элгәре Өфөлә Башҡортостан Республикаһының И.Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәгенең йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда Тажикстандан студенттар һәм хеҙмәт мигранттары (яҡынса 65 кеше), Башҡортостандың Төркмән милли-мәҙәни үҙәге президенты Сапарморат Шанглиев һәм республиканың Р.Ғамзатов исемендәге Дағстан милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Мөхәмәтхәбиб Солтанмөхәмәтов ҡатнашты.
Башҡортостандың Тажик милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Барот-Бек Джалолов, барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, тажиктарҙың милли ойошмаһының алты айға эшмәкәрлеге хаҡында отчет бирҙе, алдағы йылға бурыстар хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ярты йыллыҡ тажиктар менән Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, республикала йәшәүсе яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. 2012 йылда был эш дауам ителәсәк.
Осрашыу барышында Өфөлә йәшәүсе тажиктар диаспораһының күренекле вәкилдәре наградланды. Иң яҡшы студенттар стипендияға лайыҡ булды, уны йәштәр уҡыу йылы аҙағынаса аласаҡ.
Сара тажик эстрадаһы артистары концерты, спектакль һәм сәй эсеү менән тамамланды.
— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ, - тине «Башинформ» агентлығына Барот-Бек Джалолов. – Ауырлыҡтар ҙа етерлек булды, ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар. Күпселек йәһәттән беҙгә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселеге ярҙам итте. Ыңғай тенденциялар артабан да дауам итер, тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика