07:50 (UTC+5), 29 Декабря 2011

Башҡортостанда 43 меңдән ашыу үҫмер диспансеризация үтте

Әлфиә Әһлиуллина
Ағымдағы йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса 43056 үҫмер — 21830 малай һәм 21226 ҡыҙ тулы күләмдә диспансеризация үткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шуларҙан 4949 бала ғына сәләмәтлеге буйынса I төркөмгә ҡарай, был тикшерелгәндәрҙең 11 процентын тәшкил итә. 27554 үҫмер II һаулыҡ төркөмөнә индерелгән (63,9%), III төркөмдә – 10553 бала (25%). Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова хәбәр итте. Ул йәнә, үткәрелгән диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса ауырыуҙар асыҡланған осраҡта үҫмерҙәр артабан өҫтәмә тикшереүгә һәм амбулатория-поликлиника шарттарында йәки стационарҙа дауаланыуға йүнәлтелә, тип өҫтәне.
Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 йәшлектәрҙе диспансеризациялау республикала 2011-2012 йылдарға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә үткәрелә. Диспансеризация тәү сиратта үҫмерҙәрҙең ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
2011 йылдан һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуға бәйле төбәк программалары сиктәрендә үҫмерҙәрҙе диспансеризациялау бөтә Рәсәйҙә алып барыла. Бөтә төбәктәрҙә лә уны үткәреү тәртибен билдәләүсе норматив документтар ҡабул ителгән. 1 ноябргә ҡарата илдә 558143 үҫмер диспансеризация үтте, тип хәбәр итә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика