11:56 (UTC+5), 28 Декабря 2011

Тыуым артыуы яңы бала табыу йорттарын төҙөүҙе талап итә

Алик Шакиров
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы биш йылда тыуым йылына 42 меңдән 55 меңгә тиклем артҡан. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә - бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
Төбәктә тыуым артыуы яңы, заманса бала табыу йорттарын һәм дауаханаларҙың акушер-гинекология бүлексәләрен төҙөүҙе талап итә.
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда Башҡортостанда Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 120 койка-урынлыҡ акушер-гинекология корпусын, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы ҡала клиник дауаханаһының 80 койка-урынлыҡ бала табыу йортон төҙөү дауам ителәсәк.
Октябрьский ҡалаһындағы бала табыу йортон - 2012 йыл аҙағында, ә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусын 2013 йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика