04:51 (UTC+5), 27 Декабря 2011

«Тамыр» телеканалы балалар өсөн Яңы йыл премьераһын әҙерләй

Әлфиә Әһлиуллина
«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының Яңы йыл премьераһы - «Борон заман илендә» фильм-әкиәтен тамашасылар 1 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында күрәсәк. Уны профессионалдар командаһы – режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина, рәссам Альбина Шәһәретдинова һәм оператор Марат Юнысов әҙерләй.
«Башинформ» агентлығына телеканал вәкилдәре хәбәр итеүҙәренсә, фильмда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша: Рушана Бабич, Зөлфәр Әхмәтов, Илгизә Ғилманова, Нәғим Нурғәлин, Искәндәр Нурғәлин һәм, әлбиттә, «Тамыр»ҙың йәш йондоҙҙары Данир Ғимәҙиев, Арыҫлан Әминев, Камила Дәүләтбирҙина.
«Тамыр» телеканалының тапшырыуҙар программаһы БЮТ каналының балалар аудиторияһы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Телевидение хеҙмәткәрҙәре менән төшөрөлгән «Тубырса менән Сыртлыҡай», «Ҡарйондоҙ», «Ҡамыр батыр», «Ҡоралай», «Шихан сере» һәм башҡа фильм-әкиәттәр унлаған бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған, хатта «ТЭФИ»-регион» телевизион премияһына ла лайыҡ булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика