Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2011, 18:33

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында Яңы йыл тамашаһы үтте

Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балаларын, шулай уҡ ғәмәлдәге полиция хеҙмәткәрҙәре балаларын бөгөн эске эштәр министры урынбаҫары Руслан Шәрәфетдинов ҡотланы. Бындай ғаиләләр Эске эштәр министрлығы тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмай. Байрам айҡанлы осрашыуҙар матур йолаға әүерелде. Был юлы ла балалар өсөн Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында ысын байрам ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды. Полиция хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: