07:35 (UTC+5), 26 Декабрь 2011

Туймазыла Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы гала-концерт менән тамамланды

Тимур Рәхмәтуллин
Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт йортонда Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған гала-концерт үтте.
Туймазы район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл дауамында бында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә бәйле бихисап саралар үткәрелгән. «Сеспель», «Родники», «Рябинушка», «Радуга» вокаль ансамблдәре, «Дуҫтар» ҡурайсылар ансамбле һәм «Тальян-баян» тальянсылар төркөмө район данын бөтә республикаға таратҡан. Ҡала мәҙәниәт йортонда үткән гала-концерт - Башҡортостан Республикаһындағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының йомғаҡлау сараһы ул.
— Һәр дәүләт ышаныслы, инициативалы кешеләрҙең көсө менән төҙөлә, – тип билдәләне район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Дилә Арсланова. – Ундайҙар беҙҙә лә бар. Бының өсөн матур мәҙәни саралар үткәрергә ярҙам иткән милли диаспоралар етәкселәрен атау ҙа етә. Уларға халҡының традицияларына тоғро булыуҙары, милли мәҙәниәтте халыҡҡа еткерергә әҙер тороуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Гала-концертта Туймазы районында йәшәгән халыҡ вәкилдәре, шулай уҡ Шаран районынан һәм Октябрьский ҡалаһынан ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика