07:54 (UTC+5), 26 Декабря 2011

Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы билдәләнде

Тимур Рәхмәтуллин
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы үтте. Уның ойоштороусылары булып «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауыл мәктәбе сығыш яһаны. Тантанаға 7 класс уҡыусылары һәм урындағы олатайҙар һәм инәйҙәр саҡырылды.
«Башинформ» хәбәрсеһенә «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Рәүилә Лоҡманованың хәбәр итеүенсә, байрамға уҡыусылар театрлаштырылған тамаша менән концерт номерҙары әҙерләгән. Сара дауамында малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡурайҙа уйнаған, халыҡ бейеүҙәрен һәм башҡорт йырҙарын башҡарған. Селлә бабай сараға килгәндәрҙең барыһына ла байрам өсөн рәхмәт әйткән һәм бәхеттәр теләп, балаларға бүләктәр тапшырған.
— Нардуған байрамы – төрки халыҡтарының бик боронғо йолаһы, — тигән аңлатма бирҙе Рәүилә Лоҡманова. – Ул «Ҡояш тыуыуы»н аңлата һәм иң оҙон төндәр менән иң ҡыҫҡа көн билдәләнгән араға - декабрҙең һуңғы көндәренә тура килә. Риүәйәттәргә ярашлы, тап ошо ҡышҡы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта ҡояш яңынан тыуа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика