04:47 (UTC+5), 26 Декабря 2011

Башҡортостанда Яңы йыл алдынан яңы мәктәп асылды

Эльмира Сабирова
Йылайыр районында 2012 йыл алдынан яңы мәктәп асылды. Н.Р.Иреков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе 340 урынға иҫәпләнгән, ул замана талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Мәктәпте асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты. Бөгөн республика дөйөм алғанда мәктәптәр менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгән, тип билдәләне ведомство башлығы ауыл халҡын ҡотлап.
— Беҙҙең балалар заманса йыһазландырылған мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, - тине министр. Ул балаларға – яҡшы уҡыу йылы, уҡытыусыларға – белем биреү һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өлкәһендә яңы ижади уңыштар, ата-әсәләргә һәм йәмәғәтселек вәкилдәренә уҡытыу-тәрбиә биреү процесында әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.
Шул уҡ көндө Әлфис Ғаязов Йылайыр районының махсус (коррекцион) мәктәп-интернатында булды һәм уның директорына «Мәктәп автобусы» программаһы сиктәрендә был уҡыу йортона бүленгән яңы автобус асҡысын тапшырҙы.
Артабан ведомство башлығы Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге гимназияла райондың мәктәп директорҙары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Визит аҙағында министр республиканың иң иҫке башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе – Юлдыбайҙағы 80-се һөнәри лицейҙа булды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика