12:17 (UTC+5), 23 Декабрь 2011

Өфөлә үткәрелгән Раштыуа йәрминкәһендә 75 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

"Башинформ"
Өфөләге «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында Раштыуа йәрминкәһе үтте. Хәйриә акцияһының ойоштороусылары булып Ufa1.ru сайты менән «Вся Уфа» телеканалы сығыш яһаны, проекттың генераль партнеры – «Дом.ru» компанияһы.
Сара ҡунаҡтары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, данлыҡлы хоккей тренеры Сергей Михалев, Дәүләт академия драма театры артисы Айгөл Шакирова, ВИА Чаппаның экс-солисы Осман, рәссам Вәсил Ханнанов, кинорежиссер Булат Йосопов, радиотапшырыуҙар алып барыусыһы Илья Подольский, пародист Александр Чистяков һәм башҡалар бар ине. Уларҙың һәр береһе йәрминкәлә үҙҙәренең бер нисә әйберен һәм үҙ ҡулдары менән яһалған тауарҙарҙы тәҡдим итте. Айгөл Шакирова, мәҫәлән, күп йылдар дауамында театр сәхнәһенә кейеп сыҡҡан биҙәүестәрен, ә Сергей Михалев автографлы китаптарын һатты.
Йәрминкәлә үҙҙәре ҡатнаша алмаған йондоҙҙарҙың да әйберҙәре - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Татьяна Никанорова менән Геннадий Родионовтың биҙәүестәре, биатлонсы Максим Чудовтың саңғылары, «Салауат Юлаев» клубы уйынсылары Александр һәм Игорь Радуловтарҙың сәкәндәре, «Толпар»ҙың тренеры Александр Семактың сәкәне һәм башҡа төрлө спорт атрибутикаһы тәҡдим ителде.
Раштыуа йәрминкәһендә йәмғеһе 75 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Был суммаға хәйриә акцияһын ойоштороусылар Охлебинин ауылындағы балалар йортона бүләктәр аласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика