12:36 (UTC+5), 22 Декабря 2011

«Ижтимағи электрон гәзит» Башҡортостанда йылдың иң яҡшы дебют медиапроекты тип танылды

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
«Ижтимағи электрон гәзит» «Башҡортостандың алтын ҡауырһыны» республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында еңде. «Башинформ» агентлығының яңы продукты ярты йылдан әҙ генә күберәк ваҡыт эшләп килә һәм «Йыл дебюты» номинацияһында иң яҡшы проект тип танылды.
Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙамында республиканың Журналистар союзы тарафынан йыл һайын үткәрелгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең профессиональ бәйгеһе лауреаттарын наградлау тантанаһы йола буйынса «Матбуғат балы» сиктәрендә ойошторолдо. Республиканың яңы электрон гәзите исеменән сарала проектты әҙерләүселәрҙең береһе блогер Шамил Вәлиев ҡатнашты.
— «Ижтимағи электрон гәзит» - яңы һулыш кеүек: был бөгөнгө көндәге иң кәрәкле продукт, - тип билдәләне Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов. – Контентты тулыландырыуҙың үҙенсәлекле ысулы журналистикала ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә яңы таланттарҙы асырға мөмкинселек бирә. Ә гәзит авторҙарының күбәйә барыуы беҙҙә битараф булмаған, проблемаларҙы бергәләп тикшереп, уларҙы хәл итеү юлдарын табырға теләгән кешеләр һанының артыуы хаҡында һөйләй.
— Был республикалағы краудсорсинг ысулы менән булдырылған тәүге проект. Теләгән һәр кеше гәзит авторы була ала, һәм ошо асыҡлыҡты һаҡлап ҡалыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡорт дәүләт университетының маркетинг һәм реклама кафедраһы уҡытыусыһы Михаил Бреслер.
— «Ижтимағи электрон гәзит» - граждандар журналистикаһын үҫтереү өсөн яҡшы майҙансыҡ, - тип иҫәпләй «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» етәксеһе Евгения Куцуева. – Һөнәри белеменә, ниндәйҙер редакцияға бәйле булыуына ҡарамаҫтан, бында һәр кем үҙ фекере менән уртаҡлаша ала. Гәзит үҙ эшен бик яҡшы башлап ебәрҙе, тип уйлайым, һәм уның артабан да үҫешеүен теләйем.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика