08:24 (UTC+5), 21 Декабря 2011

Республикала балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһе хәл ителәсәк

Людмила Терновая
Балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһе Башҡортостанда алдағы бер-нисә йылда хәл ителәсәк. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов хәбәр итте.
— Киләһе йылда республикала ун мең урынға иҫәпләнгән 50-нән ашыу яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла, - тип хәбәр итте Азамат Илембәтов. – Республика Хөкүмәте өсөн балалар баҡсалары темаһы өҫтөнлөклө булып тора. Республиканың баш ҡалаһында был мәсьәләнең ни тиклем киҫкен тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Быйыл ғына Өфөлә алты яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелде, дүртәүһе реконструкцияланды. 2012 йылда ошондай тағы ун учреждение төҙөләсәк.
Азамат Илембәтовтың билдәләүенсә, был саралар төбәктәге балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика