05:32 (UTC+5), 21 Декабрь 2011

Өфөлә республиканың төп Яңы йыл байрамына балалар йыйыласаҡ

Эльмира Сабирова
Өфөлә Президент шыршыһында ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө райондарынан балалар йыйыласаҡ. Быйыл театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһына 780 бала саҡырылған. Улар – Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль лауреаттары, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың балалары. Республиканың төп Яңы йыл байрамы 21 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгесе Рәмзиә Бикҡужина һүҙҙәренсә, «Салют» шифаханаһында, унда республиканың 39 ҡала һәм районынан 220 бала урынлашҡан, ҡунаҡтар өсөн танышыу кисәһе ойошторолған. Балалар үҙҙәре һәм уҡыуҙағы ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән.
Бөгөн, 21 декабрҙә, уларҙы байрамдың төп геройҙары – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сәләмләйәсәк.
Төп тамашанан тыш, балалар өсөн «Нефтсе» фойеһында байрам программаһы ла ойоштороласаҡ. Сара аҙағында һәр балаға Башҡортостан Президентынан бүләк тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика