05:50 (UTC+5), 20 Декабря 2011

«Салауат Юлаев» Яңы йыл алдынан изгелек акцияһын үткәрҙе

Дмитрий Слезин
«Салауат Юлаев» хоккей клубы көн элгәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика балалар йортонда «Салауат» изгелек бүләк итә» социаль акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.
Шәмбе, 17 декабрҙә, әлеге социаль учреждение балалары «Салауат Юлаев» хоккей клубына 50 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрамда ҡатнашҡайны. Хәҙер иһә хоккейсылар яуап визиты менән килде. Балалар ҡунаҡтар өсөн концерт номерҙарын күрһәтте, «юлаевсылар» уларға бүләктәр тапшырҙы. Социаль учреждение етәкселеге һорауы буйынса балалар өсөн ноутбуктар һәм цифрлы фотокамералар һатып алынған. Бынан тыш, «юлаевсылар» үҙҙәре менән татлы бүләктәр, сәкәндәр, шайбалар алып килде. Быларҙың барыһы ла уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың шәхси аҡсаларына һатып алынған.
- Балаларҙы ысын күңелдән яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, - тине «Салауат»тың баш тренеры Венер Сафин. – Уларға бәхет, изгелек һәм иң мөһиме һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең килеүебеҙ әҙ генә булһа ла ҡыуаныс алып килгәндер, тип ышанам. Беҙ һәр саҡ бында ҙур теләк менән киләбеҙ, һеҙҙең менән аралашыу беҙгә ҙур кинәнес бирә. Бындай осрашыуҙар йола булараҡ артабан да дауам итер, тип ышанам. Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ!
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика