11:45 (UTC+5), 20 Декабря 2011

Рөстәм Хәмитов хоккей буйынса йәштәр донъя чемпионатына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин
20 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылда Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ярыштарға әҙерләнеүгә йәлеп ителгән министрлыҡ, ведомство һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, донъя чемпионаты Башҡортостандың баш ҡалаһында 2012 йылдың 26 декабренән 2013 йылдың 5 ғинуарына тиклем үтәсәк.
Ултырышта әҙерлек буйынса төп мәсьәләләр ҡаралды. Беренсенән, был чемпионатты үткәреү урындары - «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы. Тәүгеһе юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреү йәһәтенән артыҡ борсолоуҙар тыуҙырмаһа, үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән Спорт һарайы халыҡ-ара талаптарға яуап бирмәй. Республика Президенты Спорт һарайын реконструкциялау мәсьәләһен әле үк хәл итә башларға ҡушты.
Шулай уҡ донъя форумында ҡатнашыусыларҙы һәм уның ҡунаҡтарын урынлаштырыуға бәйле ҡунаҡханалар мәсьәләһе лә проблемалы темаларҙың береһе булып тора. Сараға миллион ярым ҡунаҡ киләсәк. Президент билдәләүенсә, уларҙы халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡханаларға урынлаштырыу зарур.
Мәҙәни-күңел асыу программаһы өҫтөндә лә эшләйһе бар әле. Был – сараны асыу һәм ябыу тантаналары, хоккейсыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың Яңы йыл байрамдары осоронда ялын һәм хәүефһеҙлеген ойоштороу.
Форумда 10 команда ҡатнашасаҡ, улар ике төркөмгә бүленәсәк. «Өфө-Арена» һарайында Рәсәй йыйылма командаһы етәкселегендә биш команда ярышасаҡ, ҡалған биш команда Канада йыйылма командаһы етәкселегендә Спорт һарайында көс һынашасаҡ.
Әлеге ваҡытта йәштәрҙең донъя беренселеге логотибы раҫланған, талисманға килгәндә - һорау асыҡ ҡала.
Әлеге донъя форумын ойоштороусы булараҡ Өфө ҡалаһының презентацияһын да камиллаштырыу зарур. Видеоролик-презентация бөгөнгө ултырышта тәҡдим ителде. Был визит карточкаһы менән республика делегацияһы Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы вәкилдәре менән берлектә йәштәрҙең планета беренселеге сиктәрендә Канаданың Калгари ҡалаһында 2012 йылдың 4 ғинуарында сығыш яһаясаҡ.
Ултырышта донъя чемпионатынан видеотрансляция мәсьәләһе лә тикшерелде. Уны донъяның алдынғы телекомпаниялары ойошторасаҡ.
Республика башлығы ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы юғары сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында ҡаршы алыу мәсьәләһе хаҡында ла әйтте.
Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡараһы эштәр етерлек, ә чемпионатҡа күп тә ҡалманы.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика