11:51 (UTC+5), 19 Декабря 2011

Башҡортостан Волга буйы федераль округында халыҡ иҫәбе буйынса беренсе урында тора

Людмила Терновая
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарынан билдәле булыуынса, Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. «Российская газета»ла донъя күргән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 4 млн 72 мең 292 кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса Татарстан Республикаһы – икенсе урында (3 млн 786 мең 488 кеше), өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе (3 млн 310 мең 597).
Ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр нисбәтенә килгәндә, Башҡортостандағы халыҡтың 60,4 проценты – ҡалаларҙа, 39,6 проценты ауылдарҙа йәшәй. Волга буйы федераль округында ҡала тормошон үҙ итеүселәр башлыса Һамар өлкәһенә (80,2%), Түбәнге Новгород өлкәһенә (78,9%) һәм Татарстанға (75,4%) тура килә. Әгәр Волга буйы федераль округы менән Рәсәй Федерацияһы буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе сағыштырһаҡ, 30 миллионға яҡын (29 млн 899 мең 699) халыҡ йәшәгән Волга буйы федераль округы халыҡ иҫәбе буйынса, Үҙәк федераль округтан ҡала (38 млн 427 мең 539 кеше), һигеҙ федераль округ араһында икенсе урын биләй. Ҡалала йәшәүселәр иҫәбе буйынса иһә (70,8%) волга буйы федераль округы — алтынсы урында. Был күрһәткес буйынса ул Көньяҡ (62,4%) һәм Төньяҡ-Кавказ (49,2%) федераль округтарҙан ғына алдараҡ. Дөйөм алғанда илдәге халыҡтың 73,7 проценты ҡалаларҙа йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика