Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
17+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2011, 11:12
Башҡортостан уҡыусыһы Халыҡ-ара олимпиадала абсолют чемпион булды
Нефтекаманың 1-се гимназияһының унынсы синыф уҡыусыһы Айнур Мәҡсүтов Көньяҡ Африка Республикаһының Дурбан ҡалаһында үткән VIII Халыҡ-ара тәбиғи фәндәр олимпиадаһында абсолют чемпион булды. Ул Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында сығыш яһаны. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Тәбиғи фәндәр олимпиадаһы өс предмет буйынса үткәрелгән: физика, химия һәм биология. Ҡатнашыусылар өс тур аша үткән. Рәсәйҙән бер юлы ике уҡыусы донъялағы иң яҡшы юниор иҫәбенә ингәнгә күрә Рәсәй командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яулаған, беренсе урында – Тайвань командаһы.
Рәсәй уҡыусылары был абруйлы интеллектуаль сарала уңышлы сығыш яһаған: өс алтын һәм өс көмөш алып ҡайтҡан.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
олимпиадалар
Читайте нас: