04:44 (UTC+5), 16 Декабря 2011

Республикала туризмды үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштар федераль һәм республика наградалары менән билдәләнде

Людмила Кузьмина
Кисә Өфөлә асылған социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Башҡортостанда туризмды үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн федераль һәм республика наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Туризм буйынса федераль агентлыҡтың Почет грамоталары менән ете кеше наградланды. Улар араһынан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, элекке Өфө мэры, әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин һәм башҡалар.
Туризм буйынса федераль агентлыҡтың рәхмәт хаттарына Римма Ғәлиева (Учалы районы) һәм Башҡортостан Республикаһының Туристик-спорт союзы президенты Дмитрий Шорников лайыҡ булды. Наградланыусылар араһында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар - «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Башинформ» агентлығы журналисы Любовь Колоколова.
Бынан тыш, тармаҡтың байтаҡ хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың Туриндустрия союзының һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының Почет грамоталары тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика