08:17 (UTC+5), 16 Декабря 2011

Баш ҡалала «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара конференцияһы үтә

Людмила Терновая
Өфөлә «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Фәнни форум Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә һәм Мифтахетдин Аҡмулла тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.
Аҡмулла уҡыуҙары Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторола. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин йылдан-йыл ҡатнашыусылар географияһының киңәйә барыуын билдәләне.
— Аҡмулла – халыҡтың рухи символы, ә рухлылыҡ һәр ваҡыт көнүҙәк тема булып торҙо, - тине Раил Әсәҙуллин. – Айырыуса ул бөгөн бик мөһим, сөнки беҙ прагматизм дәүерендә йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көн тигеҙлекте талап итә, ысынбарлыҡтың икенсе яғында рухлылыҡ, дуҫлыҡ, кешелеклелек, интернационализм, шулай уҡ Ватанға һөйөү булырға тейеш. Быйыл конференцияла Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан һәм сит илдәрҙән күп кешенең ҡатнашыуы ҡыуандыра. Уларҙың сығыштарында – бөгөн илебеҙ тормошонда барлыҡҡа килгән хәлгә яуап.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика