10:16 (UTC+5), 15 Декабря 2011

Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» менән наградланылар

Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда йәнә күп балалы 60 әсә «Әсәлек даны» миҙалдарын алды. Был тантаналы сараны республиканың Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәрҙе. Наградланыусыларҙы ҡотлап, вице-премьер уларҙың йәмғиәтте үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
— Республика күп балалы ғаиләләр тураһында хәстәрлек күрә, әммә бөгөн һандарҙы телгә алғы килмәй, һеҙгә иң йылы һүҙҙәрҙе еткерге килә, - тине Фидус Ямалетдинов. – Ил киләсәге хаҡында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта демографик хәлде иҫкә төшөрәләр. Илдә үҙенең тыуған ерен яратҡан, уның сәскә атыуы өсөн эшләргә әҙер булған кешеләр күберәк булһа – беҙҙе яҡты киләсәк көтә. Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү дәүләт сәйәсәте һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булып ҡаласаҡ, быны республика Президенты вәғәҙә итте, - тип белдерҙе Фидус Әғләм улы һәм республика бюджеты йөкләмәләренең яҡынса 70 процентының социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә китеп тороуын билдәләне. Күп балалы имен, дуҫ ғаилә - йәштәр өсөн матур өлгө, тип билдәләне вице-премьер.
Фидус Ямалетдинов республиканың 31 районы һәм ҡалаһынан килгән ҡатындарға миҙалдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Улар араһында – хужабикәләр, уҡытыусылар, ауыл клубы, дарыухана, почта, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика